Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2023, 12:00

Пенсионерҙарға ял итеү өсөн льготалы сертификаттар тапшырыла башлай

27 апрелдән республикабыҙҙа пенсионерҙарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға сертификаттар бирелә башлай, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 Был ярҙам сараһы “Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” дәүләт программаһының  “Башҡортостанда туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү” ярҙамсы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның хаҡында ентекләберәк министрлыҡ сайтының “Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” тигән махсус бүлегендә белергә мөмкин.

Сертификаттарҙы  Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә алырға мөмкин.

Быйыл эксперт советы республикабыҙ маршруттары буйлап 154 социаль тур һайлап алды, 900-ҙән ашыу кешене туристик юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана. Юлламаларҙың дөйөм хаҡы 7,8 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-04-13/pensioner-ar-a-yal-ite-s-n-lgotaly-sertifikattar-tapshyryla-bashlay-3218623
Автор:
Читайте нас: