Әммә күп кеше был ҡанунға буйһонмай. Беренсенән, автомобилде ситтә ҡалдырыу һәм бөтә әйберҙәр менән һыу буйына барыу уңайһыҙ. Икенсенән, машина ла ҡараусыһыҙ ҡала. Йыш ҡына ҡала ситендә, урманда ултырған машинаның йә тәгәрмәстәрен, йә тәҙрәһен ватып, салондан әйберҙәрҙе урлайҙар. Йә булмаһа, кузов деталдәрен сисеп алып китәләр.
Күптәр, тап уларҙы күрмәҫтәр һәм штраф һалмаҫтар, тип иҫәпләй, ләкин был йәһәттән тәртипте даими күҙәтәләр һәм йыл һайын бик күп ҡарарҙар сығаралар, шуға күрә штраф түләргә теләмәйһегеҙ икән, автомобилде ҡанунға ярашлы ҡайҙа ҡалдырырға мөмкин икәнлеген белергә кәрәк.
Һыу кодексының 65-се статьяһына мөрәжәғәт итһәң, һыу һаҡлау зонаһында транспортты ҡалдырырға ярамағанлығы, уның сиктәре 50-нән 500 метрға тиклем булыуы һәм һыу ятҡылығының төрөнә (диңгеҙ, йылға, күл, шишмә) бәйлелеге билдәле.
Регламент бөгөнгә шундай. Әгәр был диңгеҙ икән, автомобилде 500 метрҙан да кәм булмаған аралыҡта ҡалдырырға кәрәк. Йылғаның оҙонлоғо 10 километрҙан кәмерәк йәки күл булһа, автомобилде 50 метрҙан ашыу арауыҡта ҡалдырырға мөмкин. Йылғаның оҙонлоғо 10 километрҙан 60 километрға тиклем икән, машинаны 100 метрҙан алыҫыраҡ ҡалдырабыҙ. Йылға 60 километрҙан оҙонораҡ булһа, автомобилде ҡалдырыу талап ителгән ара 200 метрға тиклем арттырыла.
Әммә ҡағиҙәнән ситләшеүҙәр ҙә бар, әлбиттә. Мәҫәлән, машинаны һыу ятҡылығы эргәһендәге юлда ҡалдырһағыҙ, штраф һалынмай. Шулай уҡ ҡаты япмалы махсус майҙансыҡ булһа, һыу ятҡылығы кәртәләп алынһа, автомобилде кәртә аръяғына ҡуйырға мөмкин.
Кешеләрҙең машиналарын һыу ятҡылыҡтары эргәһенә ҡуйыу-ҡуймауын полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәбиғәтте һаҡлау инспекторҙары ла күҙәтә. Ике ведомство хеҙмәткәрҙәре лә законды боҙоу тураһында протокол төҙөй ала. Һыу ятҡылығы янында ниндәй зонаның тыйылғанлығын белер өсөн, Росреестрҙың сайтына инеп, һыу ятҡылығын табырға кәрәк. Артабан “меню” һәм “ҡатлам”ды һайларға. Уларҙы тапҡас, “урынды файҙаланыу шарттары айырым булған зоналар” пунктына билдә ҡуябыҙ. Картағыҙҙы ҙурайтығыҙ, һәм ҡайһы урында машина ҡуйырға ярамағанлығы күренеп торасаҡ. Сиктәр тураһында һыу буйына ял итергә барыр алдынан уҡ белеп ҡуйығыҙ.
- Ә. ӘЙҮПОВА
https://bashgazet.ru/articles/t-g-rm-s/2022-06-24/shtraf-al-y-kilm-2854418