Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 11:30

Көн торошо

Көн торошоноң насарайыуын фаразлай синоптиктар. Республикала буран ҡоторасаҡ, көслө ел сығасаҡ, юлдарға ҡар һырынтылары ятасаҡ, тип хәбәр итә белгестәр.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн айырым райондарҙа буран сыға, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 7-12 градус һалҡын.

15 ғинуарҙа урыны менән көслө ҡар яуасаҡ. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 7-12, аяҙытҡанда 13-18, көндөҙ – 4-9 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-14/k-n-torosho-2653781?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: