Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2021, 18:55

Анновкала — ҙур байрам

Балтас районының Анновка ауылының 220 йыллығына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолоп үткәрелде

Анновкала — ҙур байрам
Анновкала — ҙур байрам

Бирелә йәшәүселәрҙе һәм ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Түбән Ҡарыш ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Шәймөхәмәтов ҡотланы. Байрамды үткәреүгә Анновка ауылында тыуып үҫкән, йәшәгән кешеләр һәр береһе ҡулынан килгәнсә ярҙам итте.

Район хакимиәте башлығы байрамдың төп бағыусыһы Фидан Шәриповҡа — Рәхмәт хаты, ғаилә юбилярҙары Рәмилә һәм Флүр Мәүлиевтарға, Әлфирә һәм Рәфис Вәлинуровтарға, быйыл оло юбилейҙарын билдәләүсе Ғайнулла Бәҙретдинов, Рәзилә Сәхипова, Рәзинә Вәлинурова, Илдар Кәлимуллинға, иң өлкән йәштәге Фәтхлислам Нурыев, Фәғилә Кәлимуллина, Фәнәүи Шәриповҡа, ғүмерен мәғариф системаһына бағышлаған Ихсан Муллаяров, Рита Кәшфуллинаға, Анновканың иң йәш кешеһе, Айһылыу һәм Финар Вәлинуровтар ғаиләһендә тыуған Фиалинаға бүләктәр тапшырҙы.

Сара алдынан йорттар торошона конкурс ойошторолдо. Байрамда “Матур йорт” номинацияһында еңеүсе Алһыу һәм Рәмил Вәлиуллиндар,”Иң яҡшы дизайнер”ҙар тип табылған Вәсилә һәм Радиф Фазылбәковтар,  “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе”ләр Рәмзиә һәм Ғабдинур Шәйәхмәтовтар билдәләнде. Ильяс Әхнәф улы ауыл тормошона ҙур тырышлыҡ һалған кешеләргә бүләктәр өләште. Рида Ғүмәрова етәкселегендә ҡашыҡсылар ансамбле, яҡташтарын ҡотларға ҡайтҡан Фирзәнә Әсләмованың сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Ауыл биләмәһенең элекке башлығы Әнәс Шәйәхмәтовтың, 49 йыл элек ауылға килен булып төшөп, лайыҡлы ялға туҡтағансы уҡытыусы булып эшләгән Фәнирә Муллаянованың һөйләүе һәр кемде тулҡынландырҙы.

Байрамды район Мәҙәниәт һарайы артистары тапҡыр һүҙ, йыр-моң менән үреп алып барҙы. Бысҡы менән утын киҫеү, арҡан тартыу кеүек уйындар бик ҡыҙыҡ үтте. Ауылдаштар алдағы йылдарҙа ла осрашырға һөйләшеп, күтәренке күңел менән таралышты.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: