Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2021, 10:00

Балалар ковид менән нисек сирләй?

Ғалимдар коронавирусҡа бәйле яңы үҙенсәлектәрҙе хәбәр итә. Асыҡланыуынса, 20  баланың...

Балалар ковид менән нисек сирләй?
Балалар ковид менән нисек сирләй?

Британ ғалимдары  бихисап тикшеренеүҙәрҙән  һуң  шундай  һығымта яһаған:  балалар Covid-19  сирен еңел үткәрә һәм тиҙ йүнәлә.

Ғәҙҙәттә, сирҙе йоҡтороусы бәләкәстәр бер аҙна эсендә төҙәлә һәм оҙайлы эҙемтәләрҙән йонсомай. Был хаҡта Лондондың Королева колледжы  белгестәре хәбәр итә. Әлбиттә, иҫкәрмәләр ҙә була, мәгәр күпселек осраҡта балалар коронавирусты бик еңел үткәрә.

Коронавирус эләктергән  балаларҙа  йышыраҡ  баш ауыртыуы, арығанлыҡ кеүек билдәләр күҙәтелә.

Еҫ  һиҙеү һәләтен юғалтыу, тамаҡ ауырыуы ла – киң күренеш. Шул уҡ ваҡытта, өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, балаларға сир йоғоу ихтималлығы күпкә түбәнерәк.

Ғалимдарҙың тикшереү һөҙмтәләре  Child and Adolescent Health Lancet медицина журналында донъя күргән. Белгестәр балаларҙы клиникаларҙа ла, өйҙә лә күҙәткән, башҡа респиратор сирҙәрҙән айырмалы, коронавирус бәләкәстәргә нисек тәьҫир иткәнен  аңларға тырышҡан.

Тикшереүҙә 5-17 йәшлек  1734  бала ҡатнашҡан, уларҙың барыһының да анализдары коронавирусҡа ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.

Асыҡланыуынса, 20 баланың береһендә генә коронавирус билдәләре дүрт һәм унан күберәк аҙна, ә һәр  50-се балала ғына һигеҙ аҙнанан ашыу күҙәтелгән.  

Дөйөм алғанда, өлкәнерәк балалар, бәләкәстәргә ҡарағанда,  оҙағыраҡ сирләй. Мәҫәлән, 12 – 17 йәшлектәргә йүнәлеү өсөн бер аҙна кәрәк, ә бәләкәсерәктәр биш көн самаһы ауырыған.

Бер генә балала ла неврологик билдәләр күҙәтелмәгән (өйәнәк, иҫ юғалтыу).

Белгестәр шулай уҡ сир билдәләре булған, әммә коронавирусҡа тест кире һөҙөмтә күрһәткән балаларҙы ла тикшергән.

1734  баланың 15-е генә сирҙән 28 көн самаһы йонсоған, ҡалғандары тиҙ йүнәлгән.

Ғалимдар тағы шуны билдәләй: балалар сәләмәтлегендә ковид ҡына түгел, башҡа респиратор сирҙәр ҙә сағыла, шуға һәр ауырыуға етди ҡарарға кәрәк.  

Фото: 1prime.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Балалар ковид менән нисек сирләй?
Балалар ковид менән нисек сирләй?
Автор:
Читайте нас: