Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2021, 12:30

Асҡын пограничниктары акцияға ҡушылды

Мортазиндар ғаиләһенә финанс ярҙам күрһәтелде

Асҡын пограничниктары акцияға ҡушылды
Асҡын пограничниктары акцияға ҡушылды

Районыбыҙҙа “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!” республика хәйриә акцияһы бара. Уның маҡсаты — ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү. Әлеге ваҡытта был акцияға учреждение, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылып, канцелярия тауарҙары, уҡыу-яҙыу кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмаларҙы Ғаилә хеҙмәтенә тапшыра.

Был хәйриә акцияһына районыбыҙ пограничниктары ла дәррәү ҡушылды. Улар Асҡын ауылында йәшәүсе Мортазиндар ғаиләһенә финанс ярҙам күрһәтте. Был ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: