Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Август 2021, 12:01

Белем усағында яңыртыу эштәре

Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә иҫке тәҙрәләр яңыға алмаштырыла

Белем усағында яңыртыу эштәреБелем усағында яңыртыу эштәре
Белем усағында яңыртыу эштәре

Райондың мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек тамамланып килә. Белем усаҡтарында матди-техник базаны нығытыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан мәғариф ойошмаларын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидия бирелде. Ҡариҙел 2-се урта мәктәбе лә был йәһәттән  ярҙамһыҙ ҡалманы. Тендерҙы Нефтекама ҡалаһынан подрядсы ШЭ А.А. Нафиҡов отто. 1 августан был ойошма эшселәре иҫке ағас рамдарҙы алып ПВХ-нан тәҙрә блоктары ҡуя башланы. Бөтәһе 79 тәҙрә яңыртыласаҡ. Мәктәп директоры Илдус Хәрипов әйтеүенсә, был бик тә яҡшы эш, сөнки тәҙрәләр 2004 йылдан алып алмаштырылмаған. Бөгөнгә эштәрҙең яртыһынан күбеһе башҡарылған. Капиталь ремонт 10 авгусҡа тамамланырға тейеш.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы

Белем усағында яңыртыу эштәре
Белем усағында яңыртыу эштәре
Белем усағында яңыртыу эштәре
Автор:
Читайте нас