Алдан хәбәр итеүебеҙсә, федераль бюджеттан да Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә һуғыш, тыл ветерандарына 75 мең һәм 50 мең һум күләмендә аҡса түләү ҡаралған.
Бер тапҡыр биреләсәк түләүҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, тыл хеҙмәткәрҙәре, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары аласаҡ. Сумма төрлөсә – 5 меңдән 25 мең һумға тиклем. Бының өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Башҡортостанда 738 фронтовик, 285 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 99 концлагерь тотҡоно, Ленинград блокадаһында булған 98 кеше, 20 320 тыл хеҙмәткәре һәм һәләк булған яугирҙәрҙең 7912 ғаилә ағзаһы иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе түләүҙәр аласаҡ.
Фото: Bash.News
Автор: Дина Арсланова