Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Башҡортостан Милли архивының Ҡулъяҙмаларҙы файҙаланыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин да был ваҡиғаға ихлас ҡыуаныуын белдереп, тарихи дөрөҫлөк тергеҙелде, тип үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Беҙ был ваҡиғаны күптән һәм оҙаҡ көттөк, – тип һөйләй Зөлфәр Ғәбит улы. – Бөйөк Ватан һуғышы тамамланмаҫ элек үк башланған изге эшкә нөктә ҡуйылыуы – ыңғай күренеш. Үткән быуаттың 50-се йылдарында өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, маршал Семен Буденныйҙың яҡташыбыҙға юғары награда юллауы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Шулай уҡ һалдаттар ҙа, дивизия командирҙары ла йыш мөрәжәғәт иткән, әммә һәр ваҡыт был һорау яуапһыҙ ҡалған. Уның ҡарауы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сиселмәҫтәй тойолған мөһим мәсьәләне хәл итеүгә ҙур көс һалды. Уға һәм ошо изге эшкә өлөш индереп, ҡултамғалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан республика халҡына оло рәхмәт!
Тарихсы Зөлфәр Ғәтиәтуллин билдәләүенсә, Шайморатовтың шәхесе тәрән өйрәнелмәгән әле, батыр миҫалында йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәр яҙылырға, кинофильмдар төшөрөлөргә тейеш.
Фото: Башинформ.