Шулай итеп, хәҙер Октябрьский ҡалаһындағы 11-се татар гимназияһы – Шакирйән Йосоп улы Ғәтиәтуллиндың, Яңауыл районының Байғужа ауылы мәктәбе – Ғәйнанша Хәйҙәрша улы Хәйҙәршиндың, Өфө районының Дорогин ауылы мәктәбе – Александр Степанович Пикуновтың, Михайловка ауылы мәктәбе – Алексей Михайлович Алымовтың, Чесноковка ауылы мәктәбе Александр Михайлович Горчилиндың исемен йөрөтәсәк. Бәләбәй районының Глуховской шифаханаһы ауылы мәктәбенә иһә үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған Роман Сергеевич Афанасьевтың исеме бирелә.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Донъяны илбаҫарҙан, фашизмдан ҡотҡарған бөйөк яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса изге эштәр дауам итә.
Фото: zen.yandex.ru