Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2021, 11:15

Белоретта ҙур инвестпроект тормошҡа ашырыласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған ошо сарала ҙур инвестиция проекты ҡаралды.
“Башҡортостан Республикаһында базальт сығарыу һәм унан, социаль-рекреацион инфраструктура барлыҡҡа килтереп, изделиелар етештереү буйынса комплекс төҙөү” тип аталған инвестпроект Белорет районында тормошҡа ашырыласаҡ. Әле бизнес-план әҙерләнгән, ятҡылыҡ буйынса фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе бар.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә производствоны йәйелдереү өсөн инвестиция майҙансыҡтары варианттары – буш ер участкалары ҡаралды. Унда инженер коммуникацияларының, тейешле ҡеүәткә эйә электр энергияһының, һыу селтәрҙәренең кәрәклеге билдәләнде.
Проектҡа ярашлы, туризм объекттары, экологик яҡтан таҙа урындарҙа ял базалары төҙөләсәк тип күҙаллана. Инвестор проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һораны.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайты.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас