Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында башланғыс мәктәп бинаһының бер өлөшөндә 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы булдырыу маҡсатында уны яңыртып төҙөү буйынса эштәр башланды.
Район хакимиәтенең социаль коммуникациялар һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығының мәғлүмәт бүлеге начальнигы Радик Ғәззәтов белдереүенсә, был уҡыу объектын реконструкциялау “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкә тиклемге белем биреү өсөн шарттар булдырыу” төбәк проекты ярҙамында мөмкин булған. Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды. Чиновник белдереүенсә, проекттың бер йүнәлеше булып балалар баҡсаларында иң бәләкәй сабыйҙар өсөн дә яңы урындар булдырыу тора.
Асыҡланыуынса, әле Күсәрбай ауылының иң бәләкәй кешеләренә балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлеге юҡ. Был ата-әсәләр өсөн ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Радик Ғиззәтов белдереүенсә, мәктәпкә тиклемге төркөм булдырып, бында тыуған башҡорт телендә тәрбиә һәм белем биреү программаларын алып барыу ҙа мөмкин буласаҡ. Әле ауылда йәш ғаиләләр өсөн әүҙем рәүештә яңы ер участкалары бүленә. Тимәк, ғаиләләр һәм уларҙа балалар һаны киләсәктә артасаҡ ҡына.
Аукционда еңеп сыҡҡан “Проект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 5 августа эштәрҙе башлаған. Эш күләме 2 миллион һумға төшәсәк. Объект быйыл сентябрь аҙағында тапшырылырға тейеш.
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.