Дүртөйлө ауылы Шаран районында ла бар. Ундағы балалар баҡсаһы 1970 йылда төҙөлгән булған. Хәҙер, һүҙ ҙә юҡ, иҫкергән, таушалған.
"Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы, быйыл белем усағына капиталь ремонт үткәреүгә өлгәшелгән. Күптән түгел иһә бина тантаналы шарттарҙа асылды.
Быға хәтлем "Кескәйҙәр" балалар баҡсаһына 20 генә ҡыҙ һәм малай йөрөһә, хәҙер иһә учреждение – 50 урынлыҡ.
Бөгөн уны танырлыҡ та түгел, балалар баҡсаһы күркәм төҫ алды, – ти мөдир Лилиә Тихонова. – Бәләкәстәрҙең ҡайһылай ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Ата-әсәнең дә шатлығы ҙур"
Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин билдәләүенсә, был йәһәттән эш артабан да дауам итәсәк, кескәйҙәрҙең барыһы ла заманса балалар баҡсаһына йөрөргә тейеш.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Фото Шаран районы хакимиәте сайтынан.