Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, район-ара перинаталь үҙәк бинаһының 142 иҫке ағас тәҙрәһе замансаға алмаштырылған.Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы атҡарылған.
Әсәйҙәргә һәм бәпәйҙәргә дауаханала хәҙер көҙҙөң әсе елдәре, ҡышҡы һалҡындары бер ни түгел. Палаталар йылы ғына түгел, зауыҡ яғынан да ныҡлы үҙгәргән.
Йыл башында "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк етәксеһе Р.М. Әхмәҙинуров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Р. Ғарипов менән берлектә Сибай акушер стационарына 600 мең һумлыҡ грант тапшырҙы. Был аҡсаға перинаталь үҙәктә медицина карауаттары һәм матрастар яңыртылған.
Капиталь ремонттың икенсе этабы 2020 йылға планлаштырылған.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау! милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.