Һабантуй байрамында күрһәтелгән башҡа майҙансыҡтар менән бер рәттән Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторҙо. Әлегә тиклем район гәзиттәренә яҙылырға ваҡыт сығара алмаған тоғро дуҫтарыбыҙ килеп, үҙҙәренә уңайлы ысул — кемдер почта аша, кемдер редакциянан алыу юлы менән яратҡан баҫмаларына яҙылды һәм редакция хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бүләктәргә эйә булды.
“Районка”ның тоғро дуҫы Фаягөл апай Рамазанова “Добрая подписка” акцияһына ҡушылып, “Ышаныч” гәзитен редакция ветераны Роза Муллый ҡыҙы Әүбәкероваға ла бүләк итте. Әйткәндәй, изге күңелле Фаягөл апай гәзит бүләк итеп дуҫ-иштәрен шулай ҡыуандырып тора.
Әйткәндәй, 10 июндән 20-һенә тиклем район гәзиттәренә ташламалы хаҡ менән яҙылыу декадаһы бара. Кемдәр әлегә тиклем яҙылмаған, ашығығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Илһөйәр Махатова.