Асҡын ауылында йәшәүсе хөрмәтле хеҙмәт ветерандары — Гөлсөм Әхмәҙиева һәм Әнфисә Мөхәмәҙуллина район гәзиттәренән айырылғандары юҡ. “Районка”ны ҡасан алдыра башлағандарын теүәл генә әйтә лә алмай ике күрше.
- Район гәзитен 30 йылдан артыҡ алдырабыҙ инде. Йәштәргә эйәреп район, республика яңылыҡтарын интернет селтәренән белеп барһаҡ та, барыбер яңы сыҡҡан гәзит номерын ҡулға тотоп уҡығы килә. Бына бер нисә йыл инде “районка”ны редакциянан барып алыу ысулы менән алдырабыҙ. Үҙебеҙгә физкультура ла була, хаҡы ла осһоҙораҡ, — ти Гөлсөм Тимербай ҡыҙы менән Әнфисә Дәүләтша ҡыҙы.
Һәр кис улар йыйылышып хәл-хәбәрҙәр тураһында һөйләшкәндә район гәзиттәрен дә бергәләп уҡып алалар.
Илһөйәр Махатова.