Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8 апрелдән 18-нә тиклем 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса декада бара. Күптәр ошо ваҡытта ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡала.
“Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ун көнлөк сиктәрендә матбуғатҡа яҙылды. “Ышаныч” район гәзитенә, “Йәнтөйәк” район-ара баҫмаһына, “Йәншишмә” республика балалар гәзитенә яҙылып ҡуйҙы улар.
Солтанбәк ауылы халҡы һәр ваҡыт матбуғатҡа яҙыла килде. Был юлы ла форматтан файҙаланып ҡалырҙар, тип ышанам, - тип хәбәр итте Солтанбәк ауыл почта бүлексәһе етәксеһе Лидия Маусул ҡыҙы Әхмәҙинурова.
Һәр эштә әүҙем һәм алдынғы булған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, китапханасыға “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ!
Наилә Имаева.