Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Декабрь 2023, 07:00

Яңы йылға матур, дауамлы бүләк яһаны

Тулыраҡ: #ИзгелекағасыАсҡынрайоны #Декадаподписки #ДереводобраАскинскийрайон #Матбуғат2024  

Яңы йылға матур, дауамлы бүләк яһаны
Яңы йылға матур, дауамлы бүләк яһаны

 

 Асҡын районы Советы депутаты  Раил Рәзиф улы Тажетдинов  был юлы ла   матбуғатҡа яҙылыу буйынса ойошторолған “Изгелек ағасы” эстафетаһына ҡушылып, ике гәзит бүләк итте. 

Ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыу буйынса   иғлан ителгән “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһы тағы ла йәнләнеп,  изге ғәмәлдәргә төрөнөп, үҙ юлын дауам итә.   Ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам итеп торған район Советы депутаты Раил Рәзиф улы Тажетдинов та   изге эшкә ихлас ҡушылды. Раил Рәзиф улы 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына ике  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмаларҙы яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә  бүләк итте.

Афарин,  Раил Рәзиф улы! Ҡылған  изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып,  яуаплы эшегеҙҙә  уңыштар килтерһен!

 Наилә Имаева.

Яңы йылға матур, дауамлы бүләк яһаны
Яңы йылға матур, дауамлы бүләк яһаны
Читайте нас: