Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, солтанбәктәр почта бүлексәһенә килеп, декада сиктәрендә гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашыға.
“ Бөгөнгә беҙҙең бүлексәлә 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына “Ышаныч” район гәзитенә - 28, “Аскинская новь” гәзитенә - 4, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә 21 кеше яҙылды. Республика гәзит-журналдарына ла әкренләп яҙылалар. Мәҫәлән, Сулпан Суфиянова “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылды.
Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө 14 декабргә тиклем дауам итәсәк. Форсаттан файҙаланып, кемдәр әлегә яҙылмаған, яҙылып ҡалығыҙ!” — тине Солтанбәк почта бүлексәһе начальнигы Лидия Әхмәҙинурова.
Наилә Имаева.