Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
29 Октябрь 2023, 08:30

“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!

Оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны, тынғыһыҙ, шиғри күңелле   ағинәй  Миңзилә Малик ҡыҙы Мөғәтәбәрова Иҫке Ҡаҙансыла уҙған шиғриәт байрамында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә  бағышлап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмабыҙҙы пропагандалаусы ағинәйгә ҙур рәхмәт! Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!
“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!

Миңзилә Малик ҡыҙы Мөғәтәбәрова Яңы Ҡара ауылында, 1955 йылдың 13 июнендә, оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә.   Бала саҡтан атаһы кеүек балаларға белем бирергә хыяллана ул. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педучилищеһында белем ала.   Хеҙмәт юлын 1976 йылда  тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусы  булып башлай.

 Белемгә ынтылыусы йәш белгес Бөрө педагогия институтында физика-математика факультетында уҡып, диплом ала һәм  хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға теүәл фәндәрҙән төплө белем бирә.  Хеҙмәт стажы 35 йыл.  Уның күп кенә уҡыусылары, талантлы уҡытыусылары биргән белемде файҙаланып, уҡытыусы һөнәрен һайлай. 

 Миңзилә Малик ҡыҙы бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, ул һәр саҡ йәштәр  менән бер сафта, бар экә лә өлгөрә.  Өлгөлө хужабикә лә, хәстәрлекле әсәй ҙә,  яғымлы өләсәй ҙә, ауылдың хөрмәтле ағинәйе лә. 

 Атаһы, хөрмәтле уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик  Ағзам улы Ғайсинды   тәрбиәләп ҡарап,  хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.  Тормош иптәше Рәдис ағай менән татыу ғүмер итеп, үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, уңған балалар үҫтергән. Ижади күңелле ағинәйҙең рухлы шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килә.

“Йәнтөйәк”те яратабыҙ,

Алдырабыҙ, уҡыйбыҙ.

Шуға күрә һәр йыл һайын

Яҙылмайса ҡалмайбыҙ!

Телевизор, Интернеттан

Уны өҫтөн күрәбеҙ,

Алты район яңылығын

“Йәнтөйәк”тән беләбеҙ!

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? тигән

Һорауҙар тыуһа әгәр,

Уҡығыҙ һеҙ “Йәнтөйәкте,

Унда булыр бар хәбәр.

Кем илһөйәр, кем бик уңған,

Кем алдынғы спортта,

Танышырһығыҙ шулар менән

Бына ошо гәзиттә!

“Теле барҙың  - иле бар! – ти

Гәзитебеҙ “Йәнтөйәк”.

Телебеҙҙе, илебеҙҙе,

Мотлаҡ һаҡларға кәрәк!

Асҡын-Балтас, Борай-Бөрө,

Ҡариҙел менән Мишк ә

Яңылыҡтарын белергә

Яҙылығыҙ гәзиткә!

Яҙылайыҡ “Йәнтөйәк”кә!

Яҙыл, һин, “Йәнтөйәк”кә!

Миңзилә апайҙың шиғырын уҡығас, күптәр “Йәнтөйәк”ле булыр тип, ышанып ҡалабыҙ!

 Наилә Имаева.

 

 

 

“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!
“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!
“Йәнтөйәк”те яратабыҙ, яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ!
Читайте нас: