Почта хеҙмәткәрҙәре өсөн әле бик ҡыҙыу мәл бара. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк 16 октябргә тиклем оҙайтылды. Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре был форсаттан файҙаланып ҡалырға тырыша. Ун көнлөк сиктәрендә ауылда йәшәүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Почта начальнигы булып бирелә 36 йыл Зилара Ғалимхан ҡыҙы Йәнтүрәева эшләй. Үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған етәксенең намыҫлы хеҙмәте төрлө наградалар менән билдәләнгән.
- Үҙ эшемде яратам һәм ауылдаштарыма яҡшы мөнәсәбәттәре, ышаныстары өсөн рәхмәтлемен. Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы сиктәрендә яратҡан баҫмаларына яҙылып ҡалырға тырышалар, — ти Зилара Ғалимхан ҡыҙы.
Зилара Йәнтүрәева етәкселегендә бына дүртенсе йыл инде почтальон булып Фәнүрә Сайфуллина эшләй. Ул күрше Солтанбәк ауылында тыуып үҫә. 18 йыл элек Яңы Муллаҡай ауылына ике улы менән күсеп килә. Шәхси хужалығында мал ҡарай, баҡса үҫтерә. Эшендә лә һынатмай, үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Зилара Ғалимхан ҡыҙы хәстәрлекле әсәй, бар эшкә лә оҫта хужабикә лә. Ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улар инде күптән үҙ тормоштары менән йәшәй. Шәхси хужалығы ла гөрләп тора: мал аҫрай, баҡса үҫтерә, теплицаһында ла ҡыяр-помидорҙары ишелеп уңа. Асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл хужабикә ул, шуға күрә уның йортонан ҡунаҡ өҙөлмәй.
Яңы Муллаҡай почта бүлексәһе коллективына артабан да уңыштар теләйбеҙ. Халыҡ менән берҙәм булып, бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта ярҙам итеп эшләгәндә генә уңышҡа ирешеп була.
Нәзилә Әхкәметдинова.
Яңы Муллаҡай ауылы.