Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
9 Октябрь 2023, 16:15

Афарин, солтанбәктәр!

Солтанбәк ауыл Советы  коллективы  декада сиктәрендә ташламалы хаҡҡа район гәзиттәренә яҙылды.

Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!

 Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2 октябрҙән 12-һенә тиклем матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа  яҙылыу буйынса ун көнлөк уҙа.   Форсаттан файҙаланып, күптәр ошо арауыҡта яратҡан гәзит-журналдарына яҙылып та өлгөрҙө.

  Солтанбәк ауыл Советы коллективы һәр ваҡыттағыса беренселәрҙән булып, 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзиттәрен! яҙылды.

“Яңы башлыҡ   Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева етәкселегендә   эштәр менән идара итеүсе Рәмилә   Ғилманшина, техник хеҙмәткәр Рәшиҙә  Хафизйәнова  һәм   яңы ғына хаҡлы ялға туҡтаған  ауыл биләмәһе башлығы Фәнил  Фәнғәт улы Шәрәфетдинов   берҙәм генә гәзиттәргә яҙылып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте”, — тип хәбәр итте  почтальон булып эшләүсе Әнғимә Саяпова.

Район гәзиттәре менән дуҫлыҡ күперен нығытыусы  солтанбәктәргә рәхмәт белдерәбеҙ. Кемдәр әлегә яҙылып өлгөрмәгән, 12 октябргә тиклем яҙылып ҡалығыҙ!

 Наилә Имаева.

 

Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!
Читайте нас: