Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
5 Октябрь 2023, 12:25

Беренселәрҙән булып коллектив менән район гәзиттәренә яҙылдылар

Беренселәрҙән булып коллектив менән  район гәзиттәренә яҙылдылар
Беренселәрҙән булып коллектив менән район гәзиттәренә яҙылдылар

Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе, илһөйәр, телһөйәр уҡытыусылар!   Берҙәм, рухлы, алдынғы ҡарашлы тырыш коллектив  һәр эштә беренсе булып ҡала.

Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова етәкселегендәге Урмияз мәктәбе коллективы беренселәрҙән булып матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы сиктәрендә район гәзиттәренә  дәррәү яҙылды.

“Район гәзиттәренә йыл да яҙылып, уҡып барабыҙ. Беҙҙең коллектив татыу, берҙәм, инициативалы, һәр изге башланғысты күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыу өсөн бар һәләтен, тырышлығын һала.  

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһында ла һәр саҡ әүҙем ҡатнашабыҙ. Бына әле лә декада сиктәрендә берҙәм генә яҙылып ҡуйҙыҡ. “Аскинская новь”гәзитенә — 6, “Ышаныч”ҡа — 10, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә 1 уҡытыусы яҙылды.   Форсаттан файҙаланып, ижади, алдынғы ҡарашлы хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, барыһына ла иң беренсе сиратта сәләмәтлек, ғаилә именлеге, түҙемлек һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем”, — тине Урмияҙ мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова.

 Афарин, урмияҙҙар!  Гел шулай рухлы, берҙәм, дәртле, сәмле, тырыш, алдынғы булып ҡалығыҙ! Уҡыусыларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп кенә торһон! Барлыҡ матур башланғыстарығыҙ тормошҡа ашһын!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: