Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
18 Апрель 2023, 10:15

“Йәнтөйәк” бүләк итте

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина  “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек  эстафетаһына йылдағыса  ихлас  ҡушылды

“Йәнтөйәк” бүләк итте
“Йәнтөйәк” бүләк итте

Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, әлеге ваҡытта улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы. Үткән йыл Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына 80 йәшлек оло юбилейы айҡанлы “Йәнтөйәк” гәзитен бүләк иткәйне ул. Алты район хәбәрҙәре менән таныштырып торған баҫма хөрмәтле әсәгә быйыл да яҡшы бүләк булды.

Инициативалы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса  Мөхәмәтшина  бүләк иткән “Йәнтөйәк” гәзите хөрмәтле ветеранға рухи аҙыҡ һәм кинәнес бирһен.

Илһөйәр Махатова.

“Йәнтөйәк” бүләк итте
“Йәнтөйәк” бүләк итте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: