2023 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу тамамланып килә. 10-нан 20 апрелгә тиклем иғлан ителгән ун көнлөктә Асҡын 2-се балалар баҡсаһының 20 хеҙмәткәре “Аскинская новь”, “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” район гәзиттәренә һәр йылдағыса ихлас яҙылды. Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина етәкселегендәге әүҙем, берҙәм, татыу коллектив район гәзиттәренә һәр ваҡыт тоғро ҡала, ташламалы хаҡ ун көнлөгөндә форсаттан файҙаланырға тырыша.
Рухи аҙыҡ биргән, район, республика яңылыҡтары менән таныштырған баҫмаларға тоғро ҡалған коллективҡа “афарин!” тибеҙ!
Илһөйәр Махатова.