Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе тырыш, егәрле, иманлы ғаилә — Эльза һәм Илнур Ғилемшиндарҙы районыбыҙҙан ситтә лә яҡшы беләләр. Улар үҙ тырышлыҡтары менән үҙ эшен асып, артабан дәүләт ярҙамын да алып, бөгөн иһә аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар булып танылды.
Улар “Төлгөҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын етәкләй. Ит һәм һөт ризыҡтарын етештереү менән шөғөлләнеүсе ғаиләнең Асҡын ауылында “ Әл-Ихлас” тигән сауҙа павильоны ла бар. Үҙҙәре етештергән хәләл ризыҡтарҙы был сауҙа нөктәһендә асҡындар көтөп ала.
Ғилемшиндар районда , республикала уҙған йәрминкә, күргәҙмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешә. Хәйриә акцияларында ла ихлас ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.
Районыбыҙҙа барған “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһында ҡатнашып, улар “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Төлгөҙбаш ауылының башланғыс мәктәбенә бүләк итте. Мәктәп коллективы, уҡыусылар “Йәнтөйәк” те уҡып барып, алты район яңылыҡтары менән танышып барыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Эльза һәм Илнур Ғилемшиндар ғаиләһенә эштәрендә уңыштар, ғаиләләренә бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр ҡылыусылар тағы ла артыр, тигән теләктә ҡалабыҙ!
Наилә Имаева.