Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Апрель 2023, 09:42

“Йәнтөйәк”те тыл ветеранына бүләк итте

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы”  хәйриә эстафетаһына  ҡушылыусылар арта бара.

“Йәнтөйәк”те  тыл ветеранына бүләк итте
“Йәнтөйәк”те тыл ветеранына бүләк итте

 

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы - район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина  “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһының даими ҡатнашыусыһы. Ул йыл да матбуғат баҫмаларына яҙылып бүләк итә. Быйыл “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы Ҡашҡа ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветеранына юлланы.

Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған оло йәштәгеләргә 9 Май — Еңеү көнө  яҡынлашып килгәндә баҫмабыҙ матур бүләк булһын!

Әйткәндәй, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы етәкселегендәге коллектив ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса ташламалы ун көнлөк сиктәрендә беренселәрҙән булып   район гәзиттәренә яҙылып ҡуйҙы. Афариндар!

Наилә Имаева.

Читайте нас: