Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
11 Апрель 2023, 12:30

Солтанбәктәр был юлы ла һөйөндөрҙө!

Данис Вәлинур улы Суфиянов етәкселегендәге Солтанбәк мәктәбе коллективы  изге Рамаҙан айында  был юлы ла беренселәрҙән булып гәзит-журналдарға  яҙылды.  

Солтанбәктәр был юлы ла һөйөндөрҙө!
Солтанбәктәр был юлы ла һөйөндөрҙө!

 

Хәбәр итеүебеҙсә, 10 апрелдән 20-һенә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа  яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде. Был ваҡытта район гәзиттәренең дә хаҡы түбәнерәк. Өлгөрҙәр ошо форсаттан файҙаланып ҡалырға тырыша. 

 Районыбыҙҙа иғлан ителгән акцияларҙы, һәр төрлө изге башланғыстарҙы "һә" тигәнсе күтәреп алып, бергәләп тормошҡа ашырыусы Солтанбәк мәктәбе коллективы бөгөн ошо ун көнлөк сиктәрендә   “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч” гәзиттәренә яҙылып та ҡуйҙы.

"Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашыусы Данис Вәлинур улы иһә быйыл да "Изгелек ағасы" хәйриә акцияһында ҡатнашып, "Йәнтөйәк" гәзитен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әсәһенә бүләк итте. Афарин! Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын, Данис Вәлинур улы!

Һәр ваҡыт рухлы, әүҙем, егәрле булыуҙары менән айырылып торған  уҡытыусылар коллективына “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Аскинская новь”, “Ышаныч” район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгәндәре  өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай рухлы, әүҙем, йәнтөйәктәренең ысын патриоттары булып, илһамланып эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ! 

Наилә Имаева.

Солтанбәктәр был юлы ла һөйөндөрҙө!
Солтанбәктәр был юлы ла һөйөндөрҙө!
Читайте нас: