Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына районыбыҙ етәкселәре ҡушылып, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Тыуған илде һаҡларға киткән һалдаттар ғаиләләренә гәзит бүләк итә.
Асҡын 2-се урта мәктәбе директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов,
Урмияҙ мәктәбе директоры Резида Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова, Солтанбәк мәктәбе директоры Данис Вәлинур улы Суфиянов, Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов, Ҡарткиҫәк мәктәбе директоры Лилиә Аснаф ҡыҙы Миңлемөхәмәтова “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһы сиктәрендә баҫмабыҙҙы бүләк итте.
Изгелек өләшеүсе етәкселәргә яуаплы эштәрендә тик уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.