Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек эстафетаһына районыбыҙ етәкселәре ҡушылып, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Тыуған илде һаҡларға киткән һалдаттар ғаиләләренә гәзит бүләк итә.
Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәнов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәхийән улы Мәснәүиев, Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова, Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Фларид Хәтифйән улы Ильясов, Асҡын районы буйынса Мәшғүллек үҙәге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айгөл Ғәли ҡыҙы Исламова, Асҡын биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Земфира Рәмил ҡыҙы Зарифуллина “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһы сиктәрендә гәзит бүләк итте.
Изгелек өләшеүсе етәкселәргә яуаплы эштәрендә тик уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.