Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
12 Октябрь 2022, 11:10

Был юлы ла ике гәзит бүләк итте

Тулыраҡ:

Был юлы ла ике гәзит бүләк итте
Был юлы ла ике гәзит бүләк итте

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына етәкселәр әүҙем ҡушыла.  

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина ла ихлас ҡушылды.

Рима Шамил ҡыҙы был юлы ла ике гәзит бүләк итте.

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле райондашыбыҙға һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләгә  “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” гәзиттәрен яҙҙырҙы.

Хәйриә эстафетаһы дауам итә. Изге Мәүлит  айында  гәзит бүләк итеп, сауаплы ғәмәлдәр  ҡылырға ашығығыҙ!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: