Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Октябрь 2022, 10:30

Матбуғаттың тоғро дуҫтары

 “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы  был юлы ла беренселәрҙән булып коллектив менән гәзиттәргә яҙылды.

Матбуғаттың тоғро дуҫтары
Матбуғаттың тоғро дуҫтары

 Белеүегеҙсә, 3 октябрҙә ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы хаҡ менән яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй ун көнлөгө башланды. Күпселек райондаштарыбыҙ, форсаттан файҙаланып, ошо арала гәзит–журналдарға  яҙылып ҡалырға тырыша.

 Асҡын ауылының “Ҡояшҡай “ балалар баҡсаһы коллективы  йыл да ошо декада ваҡытында гәзиткә әүҙем  яҙыла. Был юлы ла рухлы, әүҙем, тырыш, берҙәм коллектив  Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова етәкселегендә 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына “Аскинская новь”, “Ышаныч” район һәм “Йәнтөйәк” район-ара гәзиттәренә яҙылып ҡуйҙы.

 Матбуғаттың тоғро дуҫтарына  баҫмаларыбыҙ менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй, һәр саҡ беҙҙең менән бәйләнештә торғандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм  яуаплы эштәрендә уңыштар, именлек теләйбеҙ.

 Наилә Имаева.

Матбуғаттың тоғро дуҫтары
Матбуғаттың тоғро дуҫтары
Читайте нас: