Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
6 Октябрь 2022, 16:15

Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!

#Матбуғат2023 #Подписка2023 Солтанбәк мәктәбе коллективы быйыл да матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй  ун көнлөк сиктәрендә беренселәрҙән булып  коллектив менән гәзит-журналдарға  яҙылды. Афарин, солтанбәктәр!    

Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!
Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!

 

Солтанбәктәр һәр ваҡыт рухлы, әүҙем, егәрле булыуҙары менән айырылып торҙо. Районыбыҙҙа иғлан ителгән акцияларҙы, һәр төрлө изге башланғыстарҙы "һә" тигәнсе күтәреп алып, бергәләп тормошҡа ашырҙылар.

Солтанбәк мәктәбе коллективы бына инде күп йылдар дауамында матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙыла. Был юлы ла улар һынатманы. Мәктәп директоры Данис Вәлинур улы Суфиянов   етәкселегендә уҡытыусылар 2023  йылдың  беренсе  ярты йыллығына берҙәм булып яҙылып ҡуйҙы.

- Уҡытыусылар йыл да әүҙем яҙыла, берҙәмдәр. "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы коллективы ла  декадала яҙылып ҡалырға теләктәрен белдерҙе,  -  ти хат ташыусы  Гөлшат Ғәббәсова.  

 Тырыш  коллективҡа “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Аскинская новь”, “Ышаныч” район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгәндәре  өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә лә шулай рухлы, әүҙем, йәнтөйәктәренең ысын патриоттары булып, илһамланып эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!
Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!
Коллектив менән гәзиткә яҙылдылар!
Читайте нас: