Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
4 Октябрь 2022, 15:00

“Изгелек ағасы” изгелек өләшә

Тулыраҡ:

“Изгелек ағасы” изгелек өләшә
“Изгелек ағасы” изгелек өләшә

 

#Матбуғат2023

Әүҙем йәмәғәтсе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, район Советы аппараты мөдире Айгөл Сөләймәнова изгелек һәм мәрхәмәтлек акцияһында даими ҡатнашыусыларҙың береһе. Был юлы ла Айгөл Нәфис ҡыҙы “Изгелек ағасы” эстафетаһы старт алыу менән, беренселәрҙән булып “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияны  инвалид бала ҡараусы әсәгә бүләк итте.

- Изгелек өләшкәндән арта ғына. Бындай сараларҙа ҡатнашыу кәрәк. Беренсенән, туған телебеҙҙәге баҫманы таратыуҙа ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙҙең берлегебеҙҙе, барлығыбыҙҙы күрһәтһәк, икенсенән, ауыр хәлдәге ғаиләләргә аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, рухи аҙыҡ, киләсәккә ышаныс өҫтәй алабыҙ. Тамсыларҙан күл йыйыла, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, - тип хәленән килгәндәрҙе мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы Айгөл Нәфис ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

“Изгелек ағасы” изгелек өләшә
“Изгелек ағасы” изгелек өләшә
Читайте нас: