Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
4 Октябрь 2022, 13:55

“Изгелек ағасы” эстафетаһы юлын дауам итә

Тулыраҡ:

“Изгелек ағасы” эстафетаһы юлын дауам итә
“Изгелек ағасы” эстафетаһы юлын дауам итә

 

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы ” эстафетаһын    район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева район мәғариф бүлегенә тапшырғайны.

 Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Наилә Камалова изге эшкә ихлас ҡушылып,  гәзиткә яҙылып, баҫманы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Тыуған илебеҙҙе һаҡларға киткән һалдаттың ғаиләһенә бүләк итте.

 Наилә Раданил ҡыҙы, үҙ сиратында, эстафетаны мәктәп директорҙарына һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәренә тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә, 3 октябрҙә, 2023 йылға ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 13 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Наилә Имаева.

“Изгелек ағасы” эстафетаһы юлын дауам итә
“Изгелек ағасы” эстафетаһы юлын дауам итә
Читайте нас: