Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
3 Октябрь 2022, 14:20

Изге ғәмәл — күркәм йола

“Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә етәкселәр йәнә  гәзит бүләк итә.  

Изге ғәмәл — күркәм йола
Изге ғәмәл — күркәм йола

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов  бөгөн старт биргән “Изгелек ағасы ” акцияһына  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева беренселәрҙән булып ҡушылды.

Эльза Ҡәҙим ҡыҙы “Ышаныч” гәзитенә  яҙылып, баҫманы  өлөшләтә мобилизация сиктәрендә  Тыуған илебеҙҙе һаҡларға киткән ир-егеттең  ғаиләһенә бүләк итте.

“Изгелек ағасы” эстафетаһын Эльза Ҡәҙим ҡыҙы  район хакимиәтенең Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимовҡа,  район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Наилә Раданил ҡыҙы Камаловаға,   үҙәк район  дауаханаһы баш табибы  Вадим Фәнил улы  Ғәләүетдиновҡа, Асҡын районындағы “Ғаилә”  хеҙмәте  етәксеһе Регина  Эдуард ҡыҙы Марваеваға,  Төньяҡ район-ара мәшғүллек үҙәгенең Асҡын районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айгөл  Ғәли ҡыҙы Исламоваға тапшырҙы.

  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн, 3 октябрҙә, 2023 йылға ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 13 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Наилә Имаева.

Изге ғәмәл — күркәм йола
Изге ғәмәл — күркәм йола
Читайте нас: