Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
3 Октябрь 2022, 21:40

Иң беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте

Тулыраҡ: #Всероссийскаядекадаподписки2023 #БөтәРәсәйматбуғатҡаяҙылыудекадаһы2023 #Дереводобра

Иң беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте
Иң беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте

 

Бөгөн, 3 октябрҙә, ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы башланды. Ошо уңайҙан, матур йоланы дауам итеп, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһына старт бирҙе.

Был мәрхәмәтлек эстафетаһында йыл да үҙ теләге менән ихлас ҡатнашыусы Мөршиҙә Хәсәнова был юлы ла беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте. Һәр изге башланғысты шунда уҡ күтәреп алып, тормошҡа ашырырға әүҙем ҡушылған райондашыбыҙ “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы Солтанбәк ауылында йәшәүсе оло йәштәге әсәһенә бүләк итте.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Изге ғәмәлдәр ҡылып, шулай әйләнә-тирәгә яҡшылыҡ таратып, хәлдән килгәнсә ярҙам итеп йәшәйек.Иң мөһиме, ил-көнөбөҙ тыныс һәм имен булһын!

 

Ун көнлөк сиктәрендә гәзиттәргә яҙылып ҡалығыҙ, дуҫтар!

Наилә Имаева.

 

 

Иң беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте
Иң беренселәрҙән булып гәзит бүләк итте
Читайте нас: