Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
21 Июнь 2022, 09:20

“Район гәзитенән айырылғаным юҡ”,

ти, Асҡын ауылында  йәшәүсе мәғариф ветераны Мәнүсә Ғәйнелйән ҡыҙы Заһитова

“Район гәзитенән айырылғаным юҡ”,
“Район гәзитенән айырылғаным юҡ”,

Асҡын ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Мәнүсә Ғәйнелйән ҡыҙы  гәзит-журналдарҙы байтаҡ йылдар инде күпләп алдыра. Республика баҫмаларын да, район гәзитен дә берҙәй яратып уҡый. Ул 40 йылға яҡын “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

— Ғәҙәттә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр элек-электән гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра. Мин дә ғүмер буйы яратҡан баҫмаларымдан айырылманым. Бына редакцияла район гәзитенә яҙылыусылар араһында приз уйнатыла тигәнде ишеткәс, бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Быға тиклем бер ваҡытта ла ҡатнашҡаным булманы. Кем белә, бәлки, бәхет йылмайып ҡуйыр, — тип йылмая Мәнүсә апай Заһитова.

Илһөйәр Махатова.

“Район гәзитенән айырылғаным юҡ”,
“Район гәзитенән айырылғаным юҡ”,
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: