Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
8 Июнь 2022, 12:10

“Изгелек ағасы” изгелек өләшә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы”  хәйриә эстафетаһына  ҡушылыусылар арта бара.

“Изгелек ағасы”  изгелек өләшә
“Изгелек ағасы” изгелек өләшә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса  “Изгелек ағасы”  хәйриә эстафетаһына  гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, быға тиклем  дә  был эстафетала әүҙем ҡатнашыусы Алһыу Фәррәхова  ла ихлас ҡушылды.  Ул районыбыҙҙан ситтә мәғариф өлкәһендә уңышлы эшләй. “Изгелек ағасы”на ҡушылып, “Йәнтөйәк”кә яҙылды һәм баҫманы  Солтанбәк урта мәктәбенең  5-се класс уҡыусыларына  бүләк итте.

Бына шулай, Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүсе изге күңелле райондашыбыҙ ҙа сауаплы һәм изге эштән ситтә ҡалманы. Афарин!

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: