Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Июнь 2022, 15:40

Район гәзиттәренә дәррәү яҙылдылар

Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре алдағы ярты йыллыҡҡа башҡаларға матур өлгө күрһәтеп, коллектив менән яҙылып ҡуйҙы.

Район гәзиттәренә дәррәү яҙылдылар
Район гәзиттәренә дәррәү яҙылдылар

Почта аша алдырыуҙан тыш, район гәзиттәренә яҙылыуҙың альтернатив ысулы ла бар. Район үҙәге Асҡында йәшәгәндәр өсөн был бик отошло.

Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре бына бер нисә йыл инде альтернатив ысул менән файҙалана. Аҙнаһына бер  тапҡыр гәзиттәрҙе уңған, әүҙем техник хеҙмәткәр Фәйрүзә апай Мостафина редакциянан килеп алып, хеҙмәттәштәренә таратып бирә.

  • Гәзиттәрҙе редакция аша яҙҙырыу беҙгә бик оҡшай. Был аҡса яғынан да бик отошло. Почтальон килтергәнен көтөп ултырмайһың, гәзиттәр Ҡариҙелдән ҡайтарылып, редакциялағы беҙҙең ячейкаға ҡуйылыу менән барып алып, тиҙерәк эш араһында яңылыҡтар менән танышып ҡуябыҙ. Өйгә ҡайтҡас инде иркенләп һәр мәҡәләне уҡып сығаһың, — ти Фәйрүзә Хәкимйән ҡыҙы.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Илһөйәр Махатова.

Район гәзиттәренә дәррәү яҙылдылар
Район гәзиттәренә дәррәү яҙылдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: