Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
6 Июнь 2022, 12:45

Бүләккә — гәзит

 Асҡын районы Советы депутаты  Раил Рәзиф улы Тажетдинов  та “Изгелек ағасы” эстафетаһына ҡушылып, ике гәзит бүләк итте.  Тулыраҡ:    

Бүләккә — гәзит
Бүләккә — гәзит

 

Ваҡытла матбуғат сараларына яҙылыу буйынса   иғлан ителгән “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһы тағы ла йәнләнеп,  изге ғәмәлдәргә төрөнөп, үҙ юлын дауам итә.   Ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам итеп торған район Советы депутаты Раил Рәзиф улы Тажетдинов та   изге эшкә ихлас ҡушылды. Раил Рәзиф улы ике  “Ышаныч” гәзитенә язылып, береһен  — оло йәштәге  мәғариф хеҙмәте ветеранына, икенсеһен  биш бала тәрбиәләүсе ғаиләгә бүләк итте. 

Афарин,  Раил Рәзиф улы. Ҡылған  изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып,  яуаплы эшегеҙҙә  уңыштар килтерһен!

 Наилә Имаева. 

Бүләккә — гәзит
Бүләккә — гәзит
Читайте нас: