Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
18 Апрель 2022, 16:05

Бүләккә — гәзит

Етәкселәр “Изгелек ағасы” эстафетаһына ҡушылып, гәзит бүләк итә.

Бүләккә  — гәзит
Бүләккә — гәзит

 

  Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” эстафетаһы  районыбыҙ буйлап юлын дауам итә.  Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Фларид Хәтипйән улы  Ильясов та эстафетаны ҡабул итеп,  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, уны Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе күп балалы ғаиләгә бүләк итте.

Асҡын ауылындағы “Күк сәскә” балалар баҡсаһы мөдире Наилә Мәғдәнур ҡыҙы Мөхәмәтшина ла эстафетаға ҡушылып,  “Йәнтөйәк”кә яҙылды һәм баҫмабыҙҙы мәғариф ветеранына бүләк итте.  

Шулай итеп, эстафета юлын дауам итә. Изге Рамаҙан айында  сауаплы ғәмәлдәр ҡылырға ашығығыҙ!

Наилә Имаева.

 

 

Бүләккә  — гәзит
Бүләккә — гәзит
Читайте нас: