Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
14 Апрель 2022, 10:30

Ике “Йәнтөйәк” бүләк итте

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина  “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек  эстафетаһына йылдағыса  ихлас  ҡушылды

Ике  “Йәнтөйәк” бүләк итте
Ике “Йәнтөйәк” бүләк итте

Лариса Фәрит ҡыҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән эстафетаны район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянинанан ҡабул итеп алды.

Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең береһен 40 йыл хеҙмәт стажы булған мәғариф ветераны, шуның 30 йылын Асҡын 2-се балалар баҡсаһында эшләгән Алия Абдулла ҡыҙы Саҙрыеваға бүләк итте. Икенсе “Йәнтөйәк”те ул Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы. Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙы ошо көндәрҙә 80 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай. Алты район хәбәрҙәре менән таныштырып торған “Йәнтөйәк” гәзите хөрмәтле юбилярға Лариса Фәрит ҡыҙынан яҡшы бүләк булды.

Инициативалы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса  Мөхәмәтшина  бүләк иткән “Йәнтөйәк” гәзиттәре хөрмәтле ветерандарға рухи аҙыҡ һәм кинәнес бирһен.

Лариса Фәрит ҡыҙы үҙ сиратында эстафетаны “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдиноваға тапшырҙы. 

Илһөйәр Махатова.

Эльза Нафиҡова фотолары.

Ике  “Йәнтөйәк” бүләк итте
Ике “Йәнтөйәк” бүләк итте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: