Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
14 Апрель 2022, 10:40

Эстафета юлын дауам итә

Асҡын районында етәкселәр “Изгелек ағасы” эстафетаһына ҡушылып,  гәзит бүләк итә.

Эстафета юлын дауам итә
Эстафета юлын дауам итә

 

 Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса эстафетаға ҡушылыусылар арта бара. Һәр ваҡыттағыса балалар баҡсаһы мөдирҙәре ҙур яуаплылыҡ менән был изге эшкә ҡушыла.

 Асҡын ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова ла эстафетаны Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшинанан ҡабул итеп алды.

Дилбәр Марсель ҡыҙы  “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, уны күп бала тәрбиәләүсе ғаиләгә бүләк итте.  Артабан эстафетаны Асҡын ауылындағы “Күк сәскә” балалар баҡсаһы мөдире Наилә Мәғдәнур ҡыҙы Мөхәмәтшинаға тапшырҙы.

 Бына шулай, “Изгелек ағасы” изгелек өләшеп, юлын дауам итә.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: