Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Апрель 2022, 20:25

“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!

Солтанбәк ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы коллективы гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк сиктәрендә беренселәрҙән булып район гәзиттәренә яҙылып ҡуйҙы!  

“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!
“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!

 

 

Солтанбәк ауылының Наилә Ильясова етәкселегендәге “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы коллективы үҙҙәренең уңғанлығы, берҙәмлеге менән һәр саҡ шатландырып ҡына тора. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулау булһынмы, байрамдар әҙерләп үткәреүме, кескәйҙәр менән төрлө темаларға флешмоб ойоштороумы - һәр саҡ беренселәрҙән булып ҡушыла. Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа һөҙөмтәһе һоҡланырлыҡ була!

Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә лә улар беренселәрҙән булып коллектив менән яҙылып ҡуйыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Почтальон Гөлшат Ғәббәсова ла  берҙәм коллективты маҡтап, эштәрендә уңыштар теләне. Тимәк, “шатлыҡ”тар икенсе ярты йыллыҡта ла беҙҙең менән бергә алға барасаҡ. Афариндар!

Наилә Имаева.

 

“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!
“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!
“Шатлыҡ”тар һәр саҡ алдынғы рәттә!
Читайте нас: