Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Апрель 2022, 12:40

Район гәзиттәренән айырылғандары юҡ

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре 4-енән 14 апрелгә  тиклем дауам иткән ун көнлөктә  район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылды

Район гәзиттәренән айырылғандары юҡ
Район гәзиттәренән айырылғандары юҡ

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу тамамланып килә. 4-енән 14 апрелгә тиклем иғлан ителгән ун көнлөктә  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре район гәзиттәренә һәр йылдағыса дәррәү яҙылып куйҙы. Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина етәкселегендәге әүҙем, берҙәм, татыу коллектив  район гәзиттәренә һәр ваҡыт тоғро ҡала, ташламалы хаҡ ун көнлөгөндә форсаттан файҙаланырға тырыша.

Әйткәндәй, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап әүҙем, тырыш, инициативалы. Мәҙәни сарамы, спорт  ярышымы — һәр ерҙә улар беренсе.  Рухи аҙыҡ биргән,  район, республика яңылыҡтары менән таныштырған баҫмаларға тоғро ҡалған коллективҡа “афарин!”  тибеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Район гәзиттәренән айырылғандары юҡ
Район гәзиттәренән айырылғандары юҡ
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: