

Ул республиканың билдәле баҫмаларынан тыш. “Йәнтөйәк” гәзитенә лә яҙылып ҡуйҙы. Айҙар Әнғәм улы эстафетаны урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуровҡа тапшырҙы. Рәмил Карам улы Абыҙ ауылында йәшәгән һаулыҡтары сикләнгән ике бала тәрбиәләүсе Сафиндар ғаиләһенә шулай уҡ “Йәнтөйәк” гәзитенә һәм “Аҡбуҙат” журналына яҙылды. Рәмил Карам улы эстафетаны беҙҙең төбәктәге “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Хәбибуллина Роза Мөхәметдин ҡыҙына тапшырҙы. Роза Мөхәметдин ҡыҙы үҙенең бүләген Әмин ауылында йәшәгән һаулығы сикләнгән бала тәрбиәләүсе Фәрхетдинова Дилара Нурихан ҡыҙына ебәрҙе. Етәкселәребеҙгә афарин, тибеҙ! Ҡылған изге эштәре сауаплы булһын!
Гөлнара Солтанова.