Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Апрель 2022, 14:05

Етәкселәр гәзит бүләк итә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына етәкселәр әүҙем ҡушыла.  

Етәкселәр гәзит бүләк итә
Етәкселәр гәзит бүләк итә

 

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Наил улы Харрасов һәм район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина ла ҡушылды.

 Рәмил Наил улы  тәрбиәгә бала алған ғаиләгә  - “Аскинская новь” , Рима Шамил ҡыҙы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле райондашыбыҙға һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләгә  “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” гәзиттәрен бүләк итте.

Хәйриә эстафетаһы дауам итә. Изге Рамаҙан айында  гәзит бүләк итеп, сауаплы ғәмәлдәр  ҡылырға ашығығыҙ!

 Наилә Имаева.

Етәкселәр гәзит бүләк итә
Етәкселәр гәзит бүләк итә
Читайте нас: