Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
13 Апрель 2022, 16:30

Бүләккә — гәзит!

Ваҡытлы  матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына етәкселәр әүҙем ҡушыла.

Бүләккә — гәзит!
Бүләккә — гәзит!

 

 

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов старт биргән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә эстафетаһына ҡушылыусылар артҡандан-арта бара.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙынан  эстафетаны ҡабул итеп алған район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина ла гәзит бүләк итте. Ул “Йәнтөйәк”кә яҙылып, баҫманы үҙенең моңло тауышы менән барыһын да һоҡландырып, рухландырған талантлы уҡыусы  Илгиз Әйүповҡа бүләк ите.  Зөлфирә Рәдис ҡыҙы эстафетаны мәктәп  директорҙарына һәм балалар баҡсалары мөдирҙәренә тапшырҙы.

Хәйриә эстафетаһы дауам итә. Изге Рамаҙан айында  гәзит бүләк итеп, сауаплы ғәмәлдәр  ҡылырға ашығығыҙ!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: