Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
10 Апрель 2022, 09:00

"Йәнтөйәк"ле булдылар!

Түбәнге Балмазы ауылы ағинәйҙәре, бер туған апалы-һеңлеле Далира Нуриәхмәтова менән Хәмиҙә Дәүләтгәрәева ауылда беренселәрҙән булып "Йәнтөйәк" гәзитенә яҙылды.

"Йәнтөйәк"ле булдылар!
"Йәнтөйәк"ле булдылар!

 

Быға тиклем улар гәзиттең күсермәһен, йә электрон версияһын ғына уҡырға мәжбүр булған. Әле ташламалы хаҡтар менән декадник иғлан ителгәнен ишеткәс тә, ауыл почтальоны Гөлсирә Хөснийәроваға гәзиткә яҙҙырыуын һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Хәҙер ағинәйҙәр икенсе ярты йыллыҡта гәзитте өйҙәрендә аласаҡ. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы ауыл клубы методисы булараҡ халыҡ менән әүҙем эш бара. Гәзитте ауылдаштарым менән дә уҡыясаҡмын, тип белдерҙе ул. Ә һеҙ яҙылып өлгөрҙөгөҙмө әле? Һуңға ҡалып ҡуймағыҙ!

Гөлнара Солтанова.

"Йәнтөйәк"ле булдылар!
"Йәнтөйәк"ле булдылар!
"Йәнтөйәк"ле булдылар!
Читайте нас: